газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 11:00

Яңы комплексҡа -яңы өмөттәр

Быйыл февралдә Республика клиник онкология диспансерында яман шешкә нур терапияһы өсөн юғары технологиялы заманса ике комплекс файҙаланыуға тапшырылған.

Быйыл февралдә Республика клиник онкология диспансерында яман шешкә нур терапияһы өсөн юғары технологиялы заманса ике комплекс файҙаланыуға тапшырылған. Был комплекстар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.Улар ошондай ҡорамалдар етештереү йәһәтенән донъя лидерҙары иҫәбенә ингән компанияның юғары энергиялы тиҙләткестәрен үҙ эсенә ала.
- Комплекста дауаланғанда нур терапияһы ваҡыты байтаҡҡа ҡыҫҡартыла. Һөҙөмтәлә, бер торошта ятҡан пациент артыҡ арымай, сеанстың сифаты ла юғары булып ҡала, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Адель Измайлов.
Республика онкология диспансерында юғары класлы белгестәр командаһы тупланған. Улар заманса нур терапияһы комплекстарында эшләү өсөн иң яҡшы донъя үҙәктәрендә махсус әҙерлек үткән. Әле диспансерҙағы бындай комплекстарҙа яман шештән яфаланған 50-гә яҡын пациент дауалана.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: