“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһына ярашлы, Республика кардиология үҙәге белгестәре раҫланған график буйынса Башҡортостандың ҡала һәм райондарына сыҡты.
Әйтәйек, Саҡмағош районында юғары категориялы табип-кардиологтар Флүрә Туҡтарова менән Нэлли Гәрәйева 40-ҡа яҡын пациентҡа консультация үткәрҙе, барыһына ла консультация бирелде. Ә Ҡырмыҫҡалы районында 30 пациенттың һаулығы тикшерелде. Бер нисә кешегә Республика кардиология үҙәгенә йүнәлтмә бирелде. Дәүләкән районында белгестәр 38 пациентты ҡабул итте, уларҙың 10-ы кардиология үҙәгенә коронографияға ебәрелде, - тип билдәләп үтте медицина учреждениеһы етәксеһе Ирина Николаева.
Күсмә эш барышында табиптар Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Асҡын, Балтас, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Федоровка, Ейәнсура райондары, Сибай, Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡының һаулығын тикшергән. Улар йәмғеһе 563 кешене ҡабул иткән.