газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 17:00

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (1-7 март)

Йондоҙнамә (1-7 март)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар өсөн был аҙна ҡиммәтле әйбер һатып алыу менән иҫтә ҡалыр. Үҙегеҙгә оҡшаған эш менән шөғөлләнерһегеҙ. Спорт менән дуҫлашыу хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Ял көндәренә бөтә туғандарығыҙҙы ҡунаҡҡа йыйырһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Буғалар килемлерәк эштән баш тартыр, сөнки икенсе ҡалаға күсеүҙе үҙһенмәҫ. Яҡындарығыҙ ҙа ҡаршы булыр. Ял көндәрен күңелле уҙғарыу өсөн пландар ҡорорһоғоҙ. Алдашыуҙан һәм алданыуҙан ситтә булығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Аҡыл кимәлегеҙҙе күрһәтеү һәм белемегеҙҙе камиллаштырыу өсөн уңайлы осор. Өйҙәге мәшәҡәттәр кәйефегеҙҙе төшөрөр. Икенсе яртығыҙҙың көнләшеүе теңкәгеҙгә тейер. Дуҫтарығыҙҙың ныҡлы терәк булыуын тойорһоғоҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Көндәрегеҙ бер-береһенә оҡшаш булыр, әллә ниндәй сағыу ваҡиғалар көтмәгеҙ. Өйөгөҙҙә уңайлылыҡ булдырыуға тотонорһоғоҙ. Һатып алған әйберҙәрегеҙ бик кәрәкле булыр. Һөйгәнегеҙ менән әрлешеүҙән һаҡланығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Ҙур проектты ғәмәлгә ашырыуға тотонорһоғоҙ, әммә уны үҙаллы ғына атҡарыу еңел бирелмәҫ. Күп аҡса сарыф итеп ташларһығыҙ. Аҙна йәрәхәт алыу яғынан хәүефле. Ял көндәре бик күңелле үтер.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Бик әүҙем аҙна көтә һеҙҙе, әллә күпме эш башҡарып ташларһығыҙ. Иптәшегеҙ һеҙгә һөйөүен белдереп торор, сит кешеләрҙән дә маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Артыҡ аҡсағыҙға тик өй әйберҙәре һатып алыу кәңәш ителә.
Үлсәү (24.09-23.10)
Уңышлы аҙна килмәксе. Ҡатмарлы эштәр ҙә еңел башҡарылыр. Яңы дуҫтарығыҙ барлыҡҡа килер, улар менән һеҙҙе уртаҡ шөғөлдәр берләштерер. Финанс хәлегеҙҙең яҡшырыуына өмөт итә алаһығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Осор бик мәшәҡәле булыр. Ҡайһы бер ваҡиғалар пландарығыҙҙы боҙор. Һөйгәнегеҙ һеҙҙе хыянатта ғәйепләй башлар, ғәйепле түгеллегегеҙҙе иҫбат итерһегеҙ. Ял көндәрен мотлаҡ ғаиләгеҙ менән үткәрегеҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу алға барығыҙ һәм һеҙҙең барыһы ла килеп сығыр.Күптәнге таныштарығыҙ үҙҙәрен иҫкә төшөрөр. Яратҡанығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Кеҫәгеҙ ҡалынайыуын һиҙерһегеҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы ла, ваҡиғаларға бай ҙа аҙна килә. Эштә күп бурыс йөкмәтерҙәр, карьера үҫеше вәғәҙәләрҙәр. Өйҙә ремонтҡа тотонорһоғоҙ. Йәкшәмбелә көс йыйырлыҡ итеп ял итеп алыу хәйерле.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һеҙ һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығырһығыҙ. Маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн бөтә донъяғыҙҙы оноторһоғоҙ. Яҡындарығыҙ үпкәһен белдерер. Матди хәлегеҙ яҡшырыу менән икенсе яртығыҙҙы ҡиммәтле әйбер алып шатландырығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләне хәл итергә, йә йәшәү урынын алыштырырға тура килер. Икенсе яртығыҙҙан матур бүләк алырһығыҙ. Иҫерткес эсемләктәрҙән тыйылыу яҡшыраҡ, юғиһә, һаулығығыҙ менән проблемалар килеп тыуыр.
Фото: ua-vk.ru
Читайте нас: