Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 11:00

Экологик форум уҙа

10-12 мартта баш ҡалала экологик форум уҙасаҡ.

10-12 мартта баш ҡалала Экологик форум уҙасаҡ.
Был - төбәктә бизнес йәһәтенән дә, йәмәғәтселек һәм халыҡ яғынан да экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә дәртләндергән берҙән-бер күп тармаҡлы күргәҙмә проекты. Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы. Был сарала күҙалланған һөйләшеү, фекер алышыу, үҫеш перспективаларын ҡарау мәсьәләләре "Экология" милли проектының "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу" йүнәлеше маҡсаттарына тулыһынса тап килә. Сараны онлайн күҙәтергә лә була, офлайн ҡатнашыу мөмкинлеге лә ҙур. Виртуаль күргәҙмәне лә ҡарарға була. Форумдың модераторы итеп "Рәсәй экологик йәмғиәте" Бөтә Рәсәй тәбиғәт ресурстарын һаҡлау ойошмаһы рәйесе Рәшид Исмаилов саҡырылған. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 246-42-81, 246-42-85, [email protected], [email protected]. (347) 246-41-80, 246-42-37, e-mail: [email protected].
#Миллипроекттар
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Читайте нас: