Белоретта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар тауар етештереүҙе ике тапҡырға арттырған. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры - Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
“Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа милли проект предприятиеларға баҙарҙа үҙ урынын нығытыу, конкурентлыҡты үҫтереү маҡсатында дәүләт ярҙамы алырға ярҙам итте. Бөгөн проектҡа Башҡортостандың 106 предприятиеһы йәлеп ителгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре етештереү күрһәткестәрен байтаҡҡа арттырҙы”, - ти БР Хөкүмәте вице-премьеры.
Рөстәм Моратов “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашҡан Белорет селтәр һәм түшәмә заводын, «Строп-Комплект» предприятиеһын һәм Белорет рессорҙар һәм пружина заводын миҫал итеп килтерҙе.
Тамамланмаған производствоны ҡыҫҡартыу арҡаһында 80 миллион һум артып ҡала, был сығанаҡтарҙы ауыр ваҡытта етештереүҙе яйға һалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин буласаҡ. Уртаса иҡтисади эффект дүрт миллион һум тәшкил итә.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан алынды.