Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 11:00

Һаулыҡты һаҡлар ҡорамал

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, баш ҡаланың 21-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлегенә яңы өс үпкәне яһалма тын алдырыу аппараты тапшырылды.

- Былтыр панедмия ваҡытында медицинанан алыҫ торған кешеләр ҙә хатта “үпкәне яһалма елләтеү” төшөнсәһен һәм “ИВЛ” аббревиатураһын белде. Был медицина ҡорамалы бөтә реанимация бүлектәрендә лә ҙур әһәмиәткә эйә. Анестезиолог-реаниматологтарҙың эшендә үпкәне яһалма елләтеү аппараты – йәшәйеште тәьмин итеүсе ҡорамал, айырыуса операция яһағанда. Был ҡорамалды имгәнеү, ағыуланыу, баш һөйәгенә, мейегә, нервы системаһына зыян килеү һөҙөмтәһендә тын алыу мускулдарын фалиж һуҡҡанда файҙаланалар, - ти дауахананың бүлек мөдире Зөһрә Ғирфанова.
Newport E360 аппараттарына газ ҡатнашмаһын күҙәтеү өсөн Capnostream модуле ҡуйылған.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: