Бөгөн көндөң ныҡ һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан,"Мәңгелек ут" мемориаль комплексы янында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митинг уҙҙы. Унда ҡала хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, Афған һәм Чечня һуғышы, локаль конфликттар ветерандары, хәрби-патриотик клубтар, 2-се кадет мәктәбе вәкилдәре ҡатнашты.