Кисә, 19 февралдә, "Йәштәш" йәштәр үҙәгендә кикбоксинг буйынса ҡала беренселеге уҙҙы. Сара Тыуған илде һаҡлаусылар көнөнә һәм Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл тулыуға арналғайны. Сараны тантаналы асыуҙа ҡала Советы депутаты Сергей Данилов, "Афғанстан ветерандары Рәсәй Союзы"ның Салауат бүлексәһе рәйесе Миҙхәт Заһитбаев, ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.
Сергей Данилов барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе:
- Афғанстандан Совет ғәскәрҙәренең сығаралыуы хөрмәтенә бындай турнирҙар уҙғарыу изге йолаға әйләнде. Йәш быуын ветерандарҙы белергә, хөрмәт итергә, уларҙан өлгө алырға тейеш. Ысын ир-егет мотлаҡ армияла хеҙмәт итергә тейеш. Был -Тыуған ил алдындағы изге бурыс. Ватанды яҡларға, яратырға кәрәк. Ә кикбоксинг ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, яҡшы физик формала булырға ярҙам итә. Кикбоксинг менән шөғөлләнгән кеше һуңынан бер ваҡытта ла үкенмәҫ. Ветерандарыбыҙҙы, барлыҡ ил һаҡсыларын байрам менән ҡотлайым, - тине Сергей Николаевич.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.