Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 11:00

Дауаханаларға - яңы ҡорамалдар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика дауаханалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын дауам итә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика дауаханалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын дауам итә.
Яңыраҡ Күмертау ҡала дауаханаһына пациенттарҙы нейрореабилитациялау өсөн аппараттар һәм ҡулайламалар тапшырылды. Был аппараттар кешенең хәрәкәт итеүендәге кәмселектәрҙе диагностикалау һәм төҙәтеү буйынса байтаҡ функция башҡара. Ҡулайламалар араһында шулай уҡ уңайлы кресло-коляскалар ҙа бар.
Аппараттар бер нисә, уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле бер бурысты үтәй. Әйтәйек, аяҡтың роботлаштырылған механотерапияһы өсөн тәғәйенләнгәне ярҙамында ҡулды ла, аяҡты ла дауаларға мөмкин.
Күмертау ҡалаһы дауаханаһында инсульт кисергән һәм имгәнгән пациенттарҙы реабилитациялау өсөн урындар булдырылған. Бында бөтә Күмертау медицина округынан дауаланырға киләләр.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: