Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 11:00

Биләмәләр төҙөкләндерелә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы республикала күп кенә эштәр башҡарыла.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы республикала күп кенә эштәр башҡарыла. Әйтәйек, ошо проект сиктәрендә Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында 2021 йылда мәҙәни-спорт комплексына ҡараған биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.
Тиҙҙән был биләмә яңы төҫ аласаҡ. Комплекстың уң яғында никахлашҡан йәштәр майҙансығы булдырыла, иҫке фонтан ремонтлана, ә ситтәрәк амфитеатр төҙөлә. Мәҙәни-спорт комплексы алдындағы майҙанда сәскә, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла. Был зона ял итеү өсөн тәғәйенләнә.
“Ауылдарҙы төҙөкләндереү - район хакимиәте алдында торған иң мөһим бурыстарҙың береһе”, – тип билдәләне үҙенең докладында Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин район советы депутттары алдында сығыш яһағанда.
#Миллипроекттар
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: