Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 13:05

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (15-21 февраль)

Йондоҙнамә (15-21 февраль)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙыларға тиҙ уйлап, күберәк эш башҡарып өлгөрөргә кәңәш ителә. Уңышты ҡулдан ысҡындырмағыҙ, шул саҡ матди хәлегеҙҙе лә яҡшырта алырһығыҙ. Ял көндәрен тик һөйгәнегеҙгә генә бағышларһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Буғалар үҙенең хәле менән ҡәнәғәт булмаҫ. Һалҡын тейҙереп, больничныйға китеүегеҙ ҙә ихтимал. Интернет аша яңы таныштар табылыр. Күңелегеҙгә ятҡан әйбер һатып алырһығыҙ. Ял көндәре тыныс үтер.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәр карьера үҫеше өсөн бер нисә ылыҡтырғыс тәҡдим алыр. Ризалыҡ бирер алдынан күләмле эштәргә көсөгөҙ етеүе хаҡында уйлағыҙ. Парлыларҙың араһы һыуыныр. Аҙна аҙағына көтөлмәгән осрашыу булыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалар үҙенең актив гражданлыҡ позицияһын иҫбатлар. Һеҙ мохтаж кешеләргә ярҙам итеү менән шөғөлләнә башларһығыҙ. Өйҙә иһә ваҡ-төйәк проблемалар арҡаһында ғауға сығыр. Аҡса һорауҙары борсомаҫ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Һеҙҙең өсөн барыһы ла һәүетемсә барыр. Эштә күпме тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ ҙә, премия бирмәҫтәр. Ғаиләлә мөнәсәбәттәр ғәҙәттәгесә. Ял көндәренә ныҡлы ғына күңел асҡығыҙ килеп китер. Тамаҡ шешеү хәүефе бар.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Хеҙмәттәшегеҙ ебәргән хата арҡаһында бар коллектив шелтә алыр һәм уға ярҙам итергә ҡушырҙар. Аҙна буйына ял көндәрендә үтәсәк ғаилә тантанаһына әҙерләнерһегеҙ. Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе матурлауға аҡса йәлләмәҫһегеҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәргә был осор тик ҡыуаныстар ғына бүләк итер. Эштә артыҡ көсөргәнешлек һиҙелмәҫ. Буш ваҡыттарығыҙҙы белем алыуға арнарһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торорһоғоҙ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндарға был аҙна тыныслыҡ һәм именлек алып килер. Бөтә нимәгә оптимистик ҡарашта булырһығыҙ. Ял көндәренә яҡындарығыҙ менән ҡаланан ситтә ял ойошторорһоғоҙ. Кешеләргә буш вәғәҙә бирмәү хәйерле.
Уҡсы (23.11-21.12)
Был арала ял итеү теләге көслөрәк булыр. Өҫтәмә эш бөтөнләй һеҙҙең өсөн түгел. Хатта яҡындарығыҙҙан да ситләшерһегеҙ, яңғыҙ шөғөл табырһығыҙ. Ял көндәренә ҡунаҡ көтөгөҙ. Медицина тикшереүе үтергә тура килер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Көндәлек тормошоғоҙҙо тулыһынса үҙгәртеү теләге барлыҡҡа килер. Кәрәкмәгән әйберҙәрегеҙҙе сығарып ташларһығыҙ, эш урынын алыштырырһығыҙ. Хатта сит-ятҡа ла күҙ һала башларһығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Эштәрегеҙ уңышлы барыр, шуға гел күтәренке кәйефтә ҡайтырһығыҙ. Буш ваҡытығыҙҙа йортта ремонт эштәренә, йә актив тормош рәүеше алып барыуға тотонорһоғоҙ. Кеҫәгеҙ ҡалынайып ҡалыр.
Балыҡ (20.02-20.03)
Һөнәри бурыстарығыҙҙы үтәгәндә бик иғтибарлы булырға тырышығыҙ. Коллегаларығыҙға ышанмағыҙ, барыһын да үҙегеҙ контролдә тотоғоҙ. Һөйөүен белдереүселәр табылыр. Ял көндәрендәге хәлдәр йәнегеҙҙе көйҙөрөр.
Читайте нас: