Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, никах теркәү тантанаһына 10 ҡунаҡ саҡырырға мөмкин. Ләкин граждандарға социаль дистанцияны һаҡларға һәм битлек кейергә кәрәк.
Быға тиклем улар 5-тән артмаҫҡа тейеш ине.
COVID-19 буйынса хәлдең тотороҡланыуына бәйле 29 ғинуарҙан республикала ковидҡа ҡаршы башҡа саралар ҙа индерелде.