Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге умартасылыҡ продукцияһын Ғәрәп Әмирлектәренә оҙатырға әҙерләнә. Башҡорт балы менән инә ҡорт һөтөнөң тәүге партияһын - бер килограмлыҡ ағас мискәләрҙә 408 килограмм солоҡ балын, 100 килограмм йүкә балын һәм һәр ҡайһыһы һигеҙ грамлыҡ 500 быяла флакондарҙа киптерелгән инә ҡорт һөтөн Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә үҙәк былтыр ноябрҙә үк ебәргән булған. Ғәрәп Әмирлектәрендәге партнерҙарға сифатлы ризыҡтың оҡшай һәм импортлаусылар артабан да хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерә. Был эш "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
- Сит ил партнерҙарының төп талаптарының береһе булып продукцияның сифаты тора. Донъя бал баҙарында тәҡдимдәр күп, ә сифаттары төрлө. Күпселек беҙҙең заказсыларыбыҙ өсөн дәүләт учреждениеһы статусы проукция сифаты һәм ышаныслы партнер мөнәсәбәттәре гаранты булып тора, - тип билдәләй үҙәктең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Мөрсәлимова.
2020 йылдың ғинуар - ноябрь айҙарында ғына Рәсәй Евразия иҡтисади союзы илдәренә 4,9 миллиард һумлыҡ тәбиғи бал экспортлаған. Татлы ризыҡ 25-тән ашыу илгә оҙатылған.
Фото: Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығынан алынды.