– Мәктәптәге туҡланыу буйынса күберәк эшләгән һайын ялыуҙар шул тиклем арта кеүек тойғо ҡала. Ялыуҙар бар икән, тимәк етешһеҙлектәр бар. Мин Мәскәү өлкәһе вәкиленең был тармаҡтағы сығышын тыңланым. Унда уҡыусылар һаны беҙҙекенә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк, ә мәктәптәр әҙерәк. Унда ялыуҙар бик аҙ, аҙнаһына унарлап түгел, берәмләп иҫәпләнә. Тимәк улар эште көйләгән, беҙгә лә ошоно башҡарыу кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, уның контроль идаралығы даими рәүештә теге йәки был мәктәптәге етешһеҙлектәр тураһында әйтеп тора. Тик ул улар тураһында бөтәһен дә һөйләп бармай.
– Барыһын да бында әйтә башлаһам, сәстәрегеҙ салланасаҡ. Юҡ, был проблема бөтә мәктәптәргә лә хас түгел. Күп мәктәптәр балаларҙы сифатлы һәм тәмле итеп ашата, был турала балаларҙың буш тәрилкәләре һөйләй. Тик ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар ашамай, –тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе белдереүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ғаиләләр ҙә имен түгел, шуға күрә ҡайһы бер балалар мәктәпкә йылы аш ашар өсөн килә.
– Беҙ мәктәптәге туҡланыуға иң ҙур иғтибарҙы бирергә тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта был йәһәттән эшебеҙ һөҙөмтәле түгел, – тине ул.
Радий Хәбиров Премьер-министр Андрей Назаровҡа ике аҙнаға бер тапҡыр был темаға кәңәшмә үткәреп торорға ҡушты. Эш аҙна һайын алып барылырға тейеш. Был видеокәңәшмәләрҙә муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе ҙур фирма вәкилдәре, кәрәк икән директорҙар һәм контроль идаралығы вәкилдәре булырға тейеш.