2019 йылда индерелгән тәртипкә ярашлы, амбулатор-поликлиника звеноһы табиптарына һәм фельдшерҙарына биш мең һум күләмендә аҡса түләһәләр, быйыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уға үҙгәрештәр индерәсәк. Хәҙер диспансерлаштырыу йәки профессиональ медицина тикшереүе мәлендә асыҡланған яман шеш осраҡтары өсөн генә түләмәкселәр.
Аҡса суммаһы ла үҙгәрә. Иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре өсөн яуаплы терапевтар (участка, дөйөм практика табиптары, педиатрҙар, ФАП мөдирҙәре) 2 500 һум күләмендә аҡса аласаҡ. Ошо уҡ сумма пациентҡа диагностик тикшереү тәғәйенләгән йәки уны үткәргән медицина хеҙмәткәренә түләнәсәк. Дәртләндереү түләүҙәренә средстволар Мотлаҡ медицина страховкалау фондынан бүленәсәк. Был маҡсатҡа республика 2021 йылда федераль бюджеттан 22 миллион һум аҡса аласаҡ.
Шуныһын да билдәләйек, йыл һайын Башҡортостанда яман шештән ете меңгә яҡын кеше вафат була.