Иртәгә, 13 февралдә, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында “Рәсәй саңғы юлы” Бөтә Рәсәй саңғы ярыштары сиктәрендә “Салауат саңғы юлы” фестивале үтә. Сара "Демография" милли проектының "Спорт - тормош нормаһы" федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Уны Башҡортостанда иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына старт биреүсе сара тип атарға ла мөмкин.
- Саңғы ярыштарына ҡатнашыу өсөн 12-нән алып 64 йәшкә тиклемге салауаттар саҡырыла. Сара бәйге генә түгел, ҡала халҡына яҡшы кәйеф бүләк итерҙәй байрамға әйләнер, һәр кем унан ыңғай тәьҫораттар һәм дәрт алыр тип ышанабыҙ, - тип ҡала халҡын саңғыға баҫырға өндәй физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов.
ГТО тапшырыу буйынса идентификацион номерҙары булғандар, әгәр уларҙың дистанцияһы ГТО нормаларына тап килә икән, үҙҙәренең һөҙөмтәләрен күрһәтә ала.
Граждандар ярыштарҙа тик врач рөхсәт биргән осраҡта ғына йә иһә үҙенең һаулығы өсөн үҙе яуаплы булыуы хаҡында ҡултамға ҡуйған хәлдә генә ҡатнаша ала. Дистанциялар йәш категорияларына ҡарап билдәләнә.
Ярыш программаһы былай: 12.15 сәғәткә ҡатнашыусылар йыйылып бөтөргә тейеш, 12.30-ҙа фестивалде асыу тантанаһы. 12.45-тә VIP-уҙышҡа старт бирелә, һуңынан 12 йәштән ҙурыраҡ үҫмерҙәр, артабан 60 йәштән ололар, 13-17 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр, һуңынан урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ярыша.
“Саңғы юлы” фестивалендә ҡатнашыуға алдан Шишмә урамында, 14/13 адресы буйынса урынлашҡан “Триумф” спорт мәктәбендә яҙылырға мөмкин.
Шуныһын да өҫтәргә кәрәк, ярыш барышында хоҡуҡ һаҡлау, тиҙ ярҙам хеҙмәттәре дежурлыҡ алып барасаҡ, ялан кухняһы эшләйәсәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (3476) 35-38-20, 8 (3476) 35-70-30.
Актив тормош рәүешенең бер төрө булып торған саңғы ярыштарында ҡатнашыуҙан ситтә ҡалмағыҙ. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәр почет грамоталары, миҙалдар, сувенир кубкалар менән бүләкләнәсәк.