"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Республика кардилогия үҙәге “Fujitsu ScanSnap SV600” (Ҡытай) сканерын алды.
- Был ҡорамал ярҙамында медицина документтары электрон төргә күсереләсәк. Әгәр пациент бер нисә медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән осраҡта медицина карталарының электрон аналогын ҡулланыу бик уңайлы. Электрон документтар әйләнеше системаһы граждандың ауырыу тарихы, элегерәк күрһәтелгән дауалау ысулдары менән тиҙ арала танышырға мөмкинлек бирәсәк. Был диагностиканы тиҙләтәсәк һәм терапияның һөҙөмтәлелеген арттырасак, - тип билдәләне медицина учреждениеһының баш табибы Ирина Николаева.
Электрон документтар әйләнешенә күсеү медицина хеҙмәткәрҙәренә пациентҡа ваҡытты күберәк бүлергә мөмкинлек бирәсәк.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.