Ҡаланың Губкин урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан ҡала дауаханаһында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә онкологик ярҙам күрһәтеү үҙәге асылды. Ул кәрәкле бөтә диагностик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тиҙҙән "Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш" милли проекты сиктәрендә алынған яңы компьютер томографы урынлаштырыласаҡ. Үҙәк көнөнә 50-гә яҡын пациентты ҡабул итә ала, был - йылына 11 мең тирәһе кеше.
Ҡала поликлиникаларына беркетелгән пациенттар ҡабул ителеүгә терапевт, тар белгес аша йәки 8 (3476) 38-91-00 телефоны буйынса яҙыла ала. Үҙәк икенсе ҡатта урынлашҡан. Ҡабул итеү сәғәттәре: 8.00 - 10.00 сәғәттәрҙә - 45-60 йәшлек, 10.30 - 15.00 сәғәттәрҙә 18-45 йәшлек пациенттар ҡабул ителә.
Фото: ҡала дауаханаһының рәсми сайтынан алынды.