Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республика һәм “Башҡортостанда газпром” корпоратив ассоциацияһы предприятиелары хеҙмәттәшлегенең актуаль йүнәлештәрен ҡараны. “Газпром нефтехим Салауат” компанияһының генераль директоры Айрат Кәримов тәбиғи газды этиленға һәм пропиленға эшкәртеү буйынса яңы производство ҡеүәттәрен булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан эре инвестицион проект менән таныштыра.
Был проект артыҡ ҡимммәт булмаған сеймалдан һорау менән файҙаланған продукция етештереүгә мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәһе республика иҡтисадында ла сағылыш табасаҡ. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, тәбиғи газды эшкәртеү комплексын Салауатта, инженер, ресурс тәьминәте булған биләмәлә булдырыуҙың әһәмиәте ҙур, сөнки был проектты минималь сығымдар менән тормошҡа ашырып буласаҡ.