газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 11:00

Отошло килешеү төҙөлдө

“Медовз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан партнерҙар эҙләү маҡсатында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткәйне.

“Медовз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан партнерҙар эҙләү маҡсатында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иткәйне. Ошо илдәр менән уҙғарылған онлайн бизнес-миссиялары һөҙөмтәһендә эшҡыуар Кореяның Medovik LLC контрагенты менән 3,2 миллион һумлыҡ килешеү төҙөнө һәм Японияның Sojitz Corporation компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.
“Медовз” тағы Марокко менән экспорт килешеүе төҙөнө. MediFood контрагенты Башҡортостандан 1,4 миллион һумлыҡ бал һатып ала.
«Мартта Польшаға продукцияның һынау партияһын оҙатырға һәм Евросоюзға экспортты үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Унда әле хаҡты Украина менән Аргентина билдәләй. Ә беҙ сифатҡа баҫым яһаясаҡбыҙ”, – тине “Медовз” компанияһы етәксеһе Эмиль Әхтәмйәнов. Республикала экспортлаусыларға ярҙам “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә күрһәтелә.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан алынды.
Читайте нас: