Бер ваҡыт лекциянан һуң ғашиҡ студентты алып ҡала. Бөтәһе лә аудиториянан сығып бөткәс, унан былай тип һорай:
- Әйт әле, тиле әҙәм килеп һинең ишегеңә ныҡышып ҡаға башлаһа, ишегеңде асыуҙы талап итеп ҡысҡырһа, һин нимә эшләр инең?
- Әллә.., - тип уйға бата егет. - Ишекте ныҡ итеп ябыр инем дә, ҡолаҡсынымды кейеп, уны ишетмәҫ өсөн музыканы ҡысҡыртып ҡуйып тыңлар инем.
- Афарин, - тип профессор һаҡалын һыйпап ҡуя ла, дауам итә. - Шуны аңла, һин әле әйткән нимә һинең тойғолар менән һин яратҡан ҡыҙ хистәренә оҡшаш. Һин уның йөрәк ишектәрен нығыраҡ ҡаҡҡан һайын, ул нығыраҡ бикләнә. Унан мөхәббәт талап итмә. Уйла, ишек ҡағырға кәрәкме икән һуң, бәлки уның бөтөнләй икенсе төрлө музыка тыңлағыһы киләлер.
- Тик.., - егет ҡаршы төшөргә итһә, профессор уны бүлдерә.
- Мине тыңла әле. Мөхәббәт - ул сараһыҙлыҡтан сәсеңде йолҡоу түгел. Мөхәббәт - ул тирә-яҡҡа бүләк итеүсе матур музыка. Әгәр һин ошоно төшөнһәң, күп ҡыҙҙар һиңә йөрәк ишектәрен асыр һәм һин үҙеңдең күңелеңә ятҡанын һайлап алырһың. Һин мине аңлағанһыңдыр, тип ышанам.
Профессор китаптарын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла аудиториянан сығып китә. Егет уйға сумып ултырып ҡала.
Был хикәйәттең һабағы: нисек кенә ауыр булмаһын, һеҙҙең өсөн ябыҡ булған яуапһыҙ мөхәббәт ишектәрен ҡағыу кәрәкмәй. Уны барыбер һеҙгә асмаясаҡтар. Һеҙҙең һөйөүҙе ҡабул итерҙәй кешеләргә күберәк иғтибар бүлегеҙ. Иң мөһиме һеҙҙең хис-тойғоларығыҙ саф һәм ысын булһын.