Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 11:00

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ

Нефтекама ҡала дауаханаһында яңы ультратауышлы аппарат ҡуйылғандан алып, 113 пациент өсөн 600-гә яҡын тикшереү уҙғарылған.

Нефтекама ҡала дауаханаһында яңы ультратауышлы аппарат ҡуйылғандан алып, 113 пациент өсөн 600-гә яҡын тикшереү уҙғарылған. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә алынған ESAOTE MyLabSeven экперт класлы ультратауышлы аппарат дауахананың диагностика бүлегендә былтыр декабрҙән алып эшләй.
- Бик һөҙөмтәле ултратауышлы сканер, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Морат афзалов. - Әлеге аппарат кардиология, акушерлыҡ-гинекология тикшеренеүҙәре өсөн тәғәйенләнгән юғары етештереүсәнле ҡулайлама йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, шул иҫәптән инсульт һәм инфаркт кеүек хәүефле ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн файҙаланыла.
Былтыр федераль бюджет аҡсаһына Республика клиник онкология дауаханаһы, Нефтекама, Күмертау дауаханалары, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы өсөн 30 миллион һумлыҡ ошондай дүрт ультратауышл аппарат һатып алынған.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: