Шәхси эшҡыуар Диана Сәмиғуллина ваҡлап сауҙа итеү өлкәһендә 12 йыл эшләй. Уның магазиндарындағы тауарҙарҙың ассортименты киң. Ул хатта пандемия осоронда ла хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартмаған, эшен артабан да үҫтерергә планлаштыра.
- Әле ике магазиным бар. Хеҙмәткәрҙәр штаты тулыһынса тупланған. Гарантия фонды ярҙамында яңы сауҙа нөктәһен асырға, халыҡҡа яңы эш урындары булдырырға ниәтләйем, - ти эшҡыуар.
Эшҡыуар Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Төбәк гарантия фондына заем аҡсаһы йәлеп итеү маҡсатында мөрәжәғәт итә.
Диана Сәмиғуллина Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү буйынса агентлығының Төбәк гарантия фондына мөрәжәғәт итә һәм дәүләт ярҙамы менән өс миллион һумдан ашыу кредит ала. Уны яңы магазин өсөн сауҙа ҡорамалы һатып алыуға тотона.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Төбәк гарантия фонды эшҡыуарҙарға коммерция банктарында дәүләт поручителлеге рәүешендә аҡса алырға мөмөкинлек бирә.
Фото: Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан алынды.