Ҡуҙы (21.03-20.04)
Йондоҙҙар һеҙгә нимә теләйһегеҙ, шуны тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирер. Аҡсаға бәйле һорауҙарҙы уйлап хәл итегеҙ, уларҙы елгә осормағыҙ. Һөйгәнегеҙ бер аҙ асыуығыҙҙы килтерер. Ял көндәре йорт мәшәҡәттәренә арналыр.
Буға (21.04-21.05)
Аҙна тыныс үтер. Эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт булғас, ғаиләгә күберәк ваҡыт бүлерһегеҙ. Йортта уңайлыҡтар булдырыуҙы хәстәрләрһегеҙ. Элекке дуҫтарығыҙ менән осрашып, киноға, кафеға барып күңел асырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Күптән планлаштырылған проектҡа тотонһағыҙ, уңышлы барып сығыр. Башҡаларҙың һүҙен тыңламағыҙ. Сәйәхәткә юлланыуығыҙ ихтимал. Яңы төр белем алыу теләге менән янырһығыҙ.Яҡындарығыҙ һөйөү менән уратып алыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Эшегеҙ ныҡ күп булыр. Тәжрибәлерәк коллегаларығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ. Көнкүреш проблемаларын дә хәл итергә тура килер. Аҙна уратһында дуҫтарығыҙ сюрприз яһар. Ял көндәрен дә актив үткәрерһегеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙнала үҙегеҙҙең тәрән аҡылығыҙ менән тирә-яҡтағыларҙы хайран ҡалдырырһығыҙ. Тормошоғоҙға яңы кешеләр килеп инер. Кемгәлер ғашиҡ булыуығыҙ ихтимал. Матур кейем һатып алырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Бөтә ҡушылған эштәргә яуаплылыҡ менән ҡарағыҙ. Файҙалы килешеү төҙөрһөгөҙ. Фатир һатып алыу өсөн кредит юллауға ҡулай мәл. Тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртеп ташларһығыҙ. Ашҡаҙанығыҙ ауыртып торор.
Үлсәү (24.09-23.10)
Ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк булыр. Аҡса менән иғтибарлы эш итеү, урамда һаҡ йөрөү һәм осло әйберҙәрҙе ипле тотоноу кәңәш ителә. Ҡайһы бер туғандарығыҙ менән бәйләнеш өҙөлөр.
Саян (24.10-22.11)
Был аҙнала һөнәри оҫталығығыҙҙы күтәреү менән шөғөлләнерһегеҙ. Эштәге проблемаларығыҙҙы өйгә алып ҡайтмағыҙ, ошо арҡала ғауға сығыуы мөмкиин. Дуҫтарығыҙ ҡунаҡҡа саҡырыр.
Уҡсы (23.11-21.12)
Етәксегеҙ эште өйөр ҙә өйөр, ауыр булһа ла, уларҙы ваҡытында башҡарырға тырышығыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көсөргәнешлек һаулығығыҙҙа сағылыш табыр. Матди хәлегеҙҙең яҡшырыуын тойорһоғоҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Уңыштарығыҙ көнләшерлек булыр. Эшегеҙҙә үрләтеүҙәре ихтимал. Абруйлы кешәләр менән танышып, яҡшы эш тәҡдиме алырһығыҙ. Аҡсаға мохтажлыҡ булмаҫ. Һөйгәнегеҙ көнләшеүен белдерер.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Яңы эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотонорһоғоҙ. Һәр нимә өсөн борсолмағыҙ, нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ. Күңел тыныслығы булдырыу өсөн тәбиғәттәге ял иң һәйбәте. Икенсе яртығыҙ романтикалы кисә ойошторор.
Балыҡ (20.02-20.03)
Кешеләр менән аралашыуҙан ситләшмәгеҙ. Яңы танышлыҡтар файҙаға ғына булыр. Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙы күңелегеҙгә яҡын алып, кәйефегеҙ төшөр. Аҡсағыҙҙы экономиялағыҙ. Спорт менән дуҫлашырға ваҡыт.