Яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы яҡынлашып килгән Бөтә донъя ғашиҡтар көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар көнө менән нисек ҡотларға белмәйһегеҙме? Улайһа беҙҙең гәзиттәге ҡотлауға улар бик шат булыр. Ҡәҙерлеләрегеҙҙе “Салауат” гәзите битендәге сағыу открытка менән ҡотлап, йөрәк түрендәге йылы хистәрегеҙҙе, күңел түрегеҙҙәге матур һүҙҙәрегеҙҙе еткерергә тәҡдим итәбеҙ.