газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 16:05

Февралдең тәүге аҙнаһы йылы була

Февралдең тәүге аҙнаһында Башҡортостанға йылы һауа массалары килә. Федераль метеосайттар мәғлүмәте буйынса, 1-6 февралдә республиканың үҙәк райондарында көндөҙ һауа +2 градусҡаса йылына, шаршамбы көндө генә минус 5-кә тиклем һалҡынайтыуы ихтимал.

Февралдең тәүге аҙнаһында Башҡортостанға йылы һауа массалары килә. Федераль метеосайттар мәғлүмәте буйынса, 1-6 февралдә республиканың үҙәк райондарында көндөҙ һауа +2 градусҡаса йылына, шаршамбы көндө генә минус 5-кә тиклем һалҡынайтыуы ихтимал. Төндә -12-нән 0-гә тиклем, был иһә боҙлауыҡ барлыҡҡа килеү ихтималлығын арттыра. Епшек ҡар, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе көтөлә. Ҡыштың өсөнсө айы башында ошондай һауа торошо беҙҙең төбәккә хас түгел, ғөмүмән, марттың тәүге яртыһының климат нормаһына тап килә.
Февралдең икенсе аҙнаһы башында, 7 февралдән, Өфөлә һыуыта башлай. Көндөҙ – минус 10-дан саҡ ҡына юғарыраҡ, төндә 5-7 градусҡа һалҡыныраҡ була. Республикала ошондай һауа торошо һуңғы ҡыш айының уртаһына тиклем һаҡлана.
Сергей Николаев
Фото: Башинформ
Читайте нас: