Кисә Радий Хәбировтың улы тыуыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул был ҡыуаныслы ваҡиға менән социаль селтәрҙәр аша уртаҡлашты һәм ниһайәт улының исемен атаны.
"Бөгөн минең әсәйемә 88 йәш тулыр ине... Һәм тап бөгөн минең Кариночкам миңә малай табып бирҙе! Мин уның ҙур начальник булыуын теләмәйем. Тик бәхетле генә булһын. Беҙ Каринэ менән уның өсөн нимә эшләй алабыҙ – уға Тимер тип исем ҡушырға! Ә ҡалғаны - республиканың бөтә балалары ла - минең балалар.
Бөтәгеҙгә лә ҡотлауҙарығыҙ өсөн рәхмәт!"
Фото: социаль селтәрҙәрҙән алынды.