Һуңғы осорҙа күпләп яуған ҡар коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эш күләмен арттырҙы.Тап шуға бөгөн, 23 ғинуарҙа, бөтә республика буйынса “Иғтибар, ҡар!” акцияһы иғлан ителде. Беҙҙең ҡала ла был сараға әүҙем ҡушылды. Барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр, идарасы компаниялар урамдарҙы, квартал эсендәге юлдарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартты.