Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 65 йәштән өлкәндәр өсөн түбәндәге магазиндарҙа ташлама ҡаралған:
- «Магнит»: 10 процент ташлама (дүшәмбенән йомаға тиклем, магазин асылғандан алып көндөҙгө сәғәт 1-гә хәтлем);
- «Пятерочка»: 5 процент ташлама – көн һайын, дүшәмбе – 10 процент (көндөҙгө сәғәт 1-гә хәтлем);
- «Йәрминкә»: 3 процент ташлама (көн һайын иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре өлкән быуынды яңы коронавирус инфекцияһы, шулай уҡ миҙгелле ОРВИ һәм грипп йоҡтороуҙан һаҡлау өсөн республика хөкүмәтенең башланғысын хуплап сыҡты.