Кисә, 19 ғинуарҙа, Салауат ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡала хакимиәте, мәғариф идаралығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән күсмә йыйылышы уҙҙы. Унда көҙөн онлайн-форматта үткәрелгән ултырышта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың нисек башҡарылыуы тикшерелде. Сара ҡала хакимиәтендә уҙғарылды. Һуңынан комиссия ағзалары 25-се башҡорт гимназияһына юлланды, белем усағы менән танышты, документтарҙы тикшерҙе, асыҡ дәрес ҡараны.
Был турала гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.