Салауат ҡалаһының 18-се мәктәбе 2019 йылдың 1 сентябренән алып "Һанлы белем биреү мөхите" милли проектында ҡатнаша. Был заманса һәм хәүефһеҙ һанлы белем биреү мөхитен булдырырға, шулай уҡ мәғлүмәт-коммуникацион инфраструктураны яңыртырға мөмкинлек бирә. Ошо көндәрҙә проектты бойомға ашырыу өсөн мәктәп һанлы йыһаздар: ике интерактив панелдәр, ике мобиль класс уҡыусылары өсөн нетбуктар комплекттары - 30 дана, педагогик персонал өсөн һигеҙ ноутбук, шулай уҡ ике күп функциялы ҡоролма алған.