Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 12:50

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (18-24 ғинуар)

Йондоҙнамә (18-24 ғинуар)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар ваҡиғалар уртаһында ҡайнар. Хеҙмәт урынында бик күп эш башҡарырға тура килер, әммә һеҙ уларҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Килем әлегә көтмәгеҙ. Яҡындарығыҙҙың береһе ауырып китер. Үҙегеҙгә лә врачҡа күренергә кәрәк булыр.
Буға (21.04-21.05)
Һеҙҙе һөнәри оҫталыҡ арттырыу курстарына ебәреүҙәре ихтимал. Һеҙ унда абруйлы кешеләр менән осрашып, яҡшы бәйләнештәр булдырырһығыҙ. Насар тойғоларығыҙҙы үҙегеҙҙә тотмаҫҡа кәңәш ителә. Лотереяла отошҡа өмөт итә алаһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был осорҙа бөтә иғтибарығыҙ эшкә йүнәлтелгән булыр. Етәксегеҙ килемле генә өҫтәмә эш тәҡдим итер. Артыҡ эш арҡаһында ғаиләгеҙгә ваҡыт етмәҫ, әммә һеҙ яҡындарығыҙҙан аңлау табырһығыҙ. Хроник ауырыуҙарығыҙ үҙен белдерер.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ғашиҡ булыуығыҙ арҡаһында бөтә донъяғыҙҙы оноторһоғоҙ, хатта эштә лә һүлпәнлек күрһәтерһегеҙ. Тик бының өсөн етәкселек башығыҙҙан һыйпамаҫ. Ял көндәрен ҡунаҡта үткәрерһегеҙ. Көтмәгән ерҙән кеҫәгеҙгә аҡса килеп инер.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙна арыҫландар өсөн ауыр булыр. Берәй төлө стресс кисерерһегеҙ, йә сирләп китерһегеҙ. Ҡулығыҙға эш бармаҫ, әммә этләшеп булһа ла бурыстарығыҙҙы үтәп йөрөрһөгөҙ. Ял көндәрендә өйҙә ятып ҡына, хәл йыйырға тырышығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Эштәге үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ, коллективығыҙ тулыланыр, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килер һәм һеҙгә лә үҙегеҙҙе яңы яҡтан күрһәтергә тура килер. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр көсөргәнешле булыр. Һалҡын тейҙереүҙән һаҡланығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Һеҙҙе күберәк матди һорауҙар борсор. Шуға күрә килемлерәк эшкә күсеү хаҡында уйлана башларһығыҙ. Ҡайһы бер кешеләр һеҙҙең асыуығыҙға тейер, тик үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Ял көндәрен дуҫтарығыҙ менән сәфәрҙә уҙғарырһығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Борсолоу өсөн сәбәп сығып торор. Етәкселек менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлек һиҙелер. Аҡсаны ла экономиялай башлау талап ителер. Кесаҙна, йома йәрәхәт алыу итималлығы юғары. Һөйгәнегеҙ генә һеҙҙең күңелде күтәрә алыр.
Уҡсы (23.11-21.12)
Һеҙгә эшкә тотоноп китеүе ауыр булыр, был йәһәттән коллегаларығыҙға таяна алырһығыҙ. Шәхси тормошта ла икенсе яртығыҙҙан башҡа бер нимә эшләй алмаҫһығыҙ. Хеҙмәт хаҡығыҙҙы арттырырҙар. Тәбиғәттәге ялдан көс-дәрт өҫтәлер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эштә һеҙ һәр төрлө бурысты ла атҡарып сыға алыуығыҙҙы иҫбатларһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән дә аралар бик һәйбәт булыр. Ә бына дуҫтарығыҙҙың ҡайһы берҙәре менән хушлашырға ҡарар итерһегеҙ. Ял көндәрендә күңел асыу саралары көтә.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Эштә барыһы ла тотороҡло барыр. Яҙмышығыҙҙы үҙгәртерҙәй ниндәйҙер осрашыу булыуы ихтимал, эске һиҙемләү тойғоһона ышанығыҙ. Мутлашыусылар ҡулына эләгеүҙән һаҡланығыҙ. Ғаиләлә балалар уңыштары менән шатландырыр.
Балыҡ (20.02-20.03)
Төп эшегеҙгә иғтибарығыҙ кәмер, сөнки яңы мауығыуҙарығыҙ барлыҡҡа килер. Һеҙҙе ярайһы уҡ яҡшы ғына килем көтә. Ял көндәренә һөйгәнегеҙ менән романтикалы осрашыу ойоштороғоҙ, мөхәббәтегеҙ тағы нығыныр.
Читайте нас: