газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Новости
18 Января 2021, 10:35

Ковидҡа ҡаршы паспорт. Нимә ул?

Республикала яңы проект ғәмәлгә ашырыла. Ул ковидҡа ҡаршы паспорт тип атала. Был турала бөгөн, 18 ғинуарҙа, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

Республикала яңы проект ғәмәлгә ашырыла. Ул ковидҡа ҡаршы паспорт тип атала. Был турала бөгөн, 18 ғинуарҙа, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
- Был программа коронавирус инфекцияһына ҡаршы коллектив иммунитетты нығытыуға йүнәлтелгән. Документты коронавирус менән ауырыған граждандар һәм привика яһатҡан кешеләр алырға мөмкин. Паспорт күп кенә проблемаларҙы ла хәл итәсәк. Мәҫәлән, 65 йәштән өлкәндәр әле өйҙә ҡурсаланыу тәртибендә ултырырға мәжбүр, тик әгәр улар сирләгән һәм антиматдәләре бар икән, ни өсөн уларҙы сикләргә? Был күптәргә вакцина һалдырыу өсөн дә этәргес буласаҡ. Өҫтәүенә, уны еңел генә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алып буласаҡ, – тине был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ошо документы булған кешеләр ташламаларға һәм өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ. Мәҫәлән, театрҙар, концерт залдары әле 30 процент тултырыла. Әгәр кешелә был паспорт бар икән, ул бер сикләүһеҙ уларға инә аласаҡ. Спорт ярыштарына ла бәйле өҫтөнлөктәр бар.
– “Салауат Юлаев”, “Өфө” клубтары уйнаған саҡта, бындай паспорты булған кешеләр өсөн өҫтөнлөктәр буласаҡ. Улар өсөн айырым трибуна бүленәсәк. Был “Нефтсе" стадионы һәм башҡа спорт объекттарына ла ҡағыла, - тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Ташламалар иһә бассейндарға һәм фитнес клубтарға йөрөгәндәр өсөн дә буласаҡ. Бындай паспорты булған ата-әсә сикләүһеҙ мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына инә аласаҡ.
Ә инде ковидҡа ҡаршы паспорттың төп маҡсаты – яйлап юғары әҙерлек режимы указындағы сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу һәм ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыу. Паспортты Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша буласаҡ. Ул электрон рәүештә лә була, теләгәндәр ҡағыҙға сығарып та аласаҡ.
Фото:gorobzor.ru
Читайте нас