Кисә Салауат башҡорт дәүләт драма театры оло юғалтыу кисерҙе - Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Талантлы шәхескә, моңло тауышлы йырсыға ни бары 48 йәш кенә ине.
Риза Мәһәҙиев 1972 йылдың 13 мартында Ишембай районының Ибрай ауылында донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағас, Салауат дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә һәм бөгөнгә тиклем шунда ижад итә. Ул үҙен бар яҡлап талантлы актер итеп таныта, халыҡ һәм эстрада йырҙарын бик моңло башҡара. "Актер йыры-1994" конкурсында дипломант, "Дуҫлыҡ йыры-2002" йыр бәйгеһендә лауреат була.
Талантлы артист 30-ҙан ашыу образ тыуҙыра, ул башҡарған төрлө ампуалағы геройҙар үҙҙәренең үҙенсәлекле булыуы менән тамашасы күңелендә мәңге ҡаласаҡ. Риза Мәһәҙиев уйнаған ролдәрҙән бигерәк тә Мостай Кәримдең "Салауат" трагедияһында Петр, М. Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу"ында - Хәлил, Н. Ғәйетбаевтың "Үҙ ҡатыныма өйләнәм!" комедияһында майор Сайранов образдары айырылып тора. 2003 йылда ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм 2010 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ була.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, Хоҙай Тәғәлә сабырлыҡ бирһен. Бик оло юғалтыу...
Актёр менән хушлашыу бөгөн сәғәт 12.00 Салауат театры сәхнәһендә уҙасаҡ.
Фото: Салауат башҡорт дәүләт драма театрынан.