Пандемия ваҡытында проектҡа ихтыяж айырыуса артты. Быйыл уны тормошҡа ашырыуҙа илдең 50 вузы, шул иҫәптән БДУ ҡатнаша. Университет тыңлаусыларға психология, социология, һанлы технологиялар, геофизика, педагогика, медиа, коммуникациялар, инженерлыҡ-техник өлкә һәм башҡа күп йүнәлештәр буйынса 23 белем биреү программаһы тәҡдим итә. Әле Башҡорт дәүләт университетындағы программалар буйынса Башҡортостанда, Ҡырым Республикаһында, Мәскәү өлкәһендә, Краснодар крайында, Татарстанда, Мари Иле Республикаһында, Магадан өлкәһендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр уҡыу үтә.