Яңы йылдың беренсе көнөндә үк ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында бик ҡыҙыҡлы, фәһемле сара үтте. “Вәғәҙәләр йүгереүе” марафоны беҙҙә быйыл беренсегә уҙғарыла. Сараны ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы ойошторҙо.
Тәүҙә йыйылыусыларҙы идаралыҡ начальнигы Александр Прокопов ҡотланы:
- Барығыҙҙы ла Яңы 2021 йыл менән ҡотлайым. Йылды бөгөнгө кеүек ошондай уҡ яҡшы кәйефтә, оптимистик рухта үткәрергә яҙһын. Яңы йыл үткәне кеүек булмаһын. Элекке һымаҡ йыйылышып, күп спорт саралары уҙғарырға насип булһын. Бөгөнгө вәғәҙәләрегеҙҙе уңышлы башҡарырға яҙһын, - тине ул.
Йыйылыусыларҙы хатта Ҡыш бабай ҙа ҡотланы. Тоғондағы тәмлекәстәре һәр кемгә етерлек ине.
Йүгерергә теләүсе 50-гә яҡын кеше йыйылғайны. һәр кем ағымдағы йылда атҡарасаҡ вәғәҙәләре яҙылған табличканы ла тағып алған. Ярыштар, йәш категорияларына ҡарап, төркөмдәргә бүлеп уҙғарылды. Хатта бәләкәстәр ҙә бар ине. Призерҙар һәм еңеүселәр физик культура һәм спорт идаралығының грамоталары, бүләктәр менән бүләкләнде.
18-се мәктәп уҡыусыһы Тимур Әхмәтханов үҙ йәш категорияһында беренсе урынды алды.
- Ҡалала триатлон менән шөғөлләнәм. Йүгереү, велосипед һәм саңғы - бына шул триатлон. Спортсылар өсөн ял һәм байрам көндәре булырға тейеш түгелдер тип уйлайым. Алда яңынан-яңы үрҙәр, призлы урындар яулар өсөн тырышып шөғөлләнәм. Былтыр ҡышҡы триатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативтарын үтәнем инде. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, бөтә хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем, - ти спортсы егет.
Алла һәм Дамир Әбделмәновтар спорт менән бик дуҫ. Алла - икенсе, Дамир беренсе урынды яуланы, ҡыҙҙары Екатерина - икенсе урында.
- Ҡалала уҙғарылған бөтә спорт сараларында ла даими ҡатнашабыҙ. Спорт - ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ошондай марафондарға халыҡ әүҙемерәк йәлеп ителһә ине, - тигән теләктә Әбделмәновтар.
4-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы Екатерина ҡалала малайҙар араһында хоккей уйнаусы берҙән-бер ҡыҙ икән.
- Тәүҙә фигуралы шыуыу менән шөғөлләндем. Һуңынан атайым хоккейға барып ҡарарға тәҡдим итте. Миңә унда нығыраҡ оҡшаны, шуға хоккейға күсергә ҡарар иттем. Артабан да был спорт төрө менән шөғөлләнергә иҫәп тотам, хатта киләсәктә тренер ҙа булырға хыялланам, - ти тырыш ҡыҙ.
Өсөнсө урында килеүсе Айгөл Фәхретдинова ла марафонда теләп ҡатнашыуын белдерҙе.
- Саф һауала рәхәтләнеп йүгереү үҙе бер шатлыҡ бит. Бик оҡшаны сара. Алағы йылдарҙа ла уҙғарылһа, ҡатнашырға иҫәп тотам. Биргән вәғәҙәләремде йыл дауамында үтәргә тырышасаҡмын: бассейнға, тренажер залына, саңғыла йөрөргә, үҙемде яратырға.
Сараны йомғаҡлап, идаралыҡ начальнигы урынбаҫаы Александр Передунов “Вәғәҙәләр йүгереүе”ндә ҡатнашыусыларына тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе.
- Беренсегә уҙғарылғас, кеше булмаҫ тип хафаға ла төшкәйнек инде. Ә ҡатнашыусылар һаны 50-гә етте тиерлек. Йыбанмайынса, марафонда ҡатнашырға теләк белдергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә ҡатнашығыҙ, ниндәйҙер урын алыу өсөн дә түгел, ә бер-берең менән аралашыу, яҡшы кәйеф өсөн дә, - тине Александр Передунов.