газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 01:59

Скандинавса йөрөү - сәләмәтлеккә бер аҙым

Бөгөн, 2021 йылдың беренсе көнө 1 ғинуарҙа, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында “Вәғәҙәләр йүгереүе” марафонынан һуң скандинавса йөрөүҙе үҙ итеүселәр уҙышты.

Бөгөн, 2021 йылдың беренсе көнө 1 ғинуарҙа, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында “Вәғәҙәләр йүгереүе” марафонынан һуң скандинавса йөрөүҙе үҙ итеүселәр уҙышты. Бында ла күп кенә кеше йыйылғайны. Уларҙы ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Александр Прокопов сәләмләне.
- Һәммәгеҙҙе лә Яңы йыл менән ҡотлайым. Яңы йыл былтырғыға ҡарағанда уңышлыраҡ килһен. Үткән йыл, пандемия арҡаһында, спорт саралары уҙғарылманы ла тиерлек. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, байрам кәйефе теләйем, - тине ул.
Сарала тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Улар: Александр Александров, Минивәли Сафиканов һәм Константин Тихонов. Скандинавса йөрөүселәр төркөмдәргә бүленеп ярышты. Йомғаҡлау мәлендә еңеүселәр шулай уҡ грамоталар, приздар менән бүләкләнде. Был спорт төрөн үҙ итеүселәрҙең күбеһе сараға карнавал костюмдарында килгән. Бының менән улар үҙҙәренә генә түгел, башҡаларға ла күтәренке кәйеф бүләк итте.
Рида Әмирова скандинавса йөрөүҙең файҙаһын, һөҙөмтәһен күреп өлгөргән дә инде.
- Был спорт төрө менән ике йыл шөғөлләнәм. Шифаханаға барғанда күреп, өйрәнеп ҡайтҡайным. Бик оҡшай, әҙ генә сыҡмай торһам, кәйефем төшә. Скандинавса йөрөү сәләмәтлегемә ыңғай тәьҫир итә. Шөғөлләнә башлағанда тәүге йылда ҡан баҫымым түбәнәйеп-күтәрелеп аптырата ине, Аллаға шөкөр, хәҙер үтте, үҙемде бынамын тоям, барыһы ла яҡшы, ти, - Рида Мосрат ҡыҙы.
Лилиә Кантюкованың был өлкәлә тәжрибәһе ҙур.
- Скандинавса йөрөү менән 2012 йылдан бирле шөғөлләнәм. Ул ваҡытта яңы сыға башлаған мәле ине әле. Хатта яндан үтеүсе машиналар туҡтап, ҡайҙа һеҙҙең саңғығыҙ тип һорарҙар ине, сөнки күптәргә ул таныш түгел ине. Хәҙер был спорт төрө популярлыҡ яулағандан-яулай бара. Бик оҡшай, кәйефем күтәрелә, скандинав хәрәкәте ваҡытында мейелә ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәккә көс өҫтәлә, ҡан тамырҙары нығына, нервылар тыныслана, дөйөм алғанда, бөтә организм нығына, йәшәрә. Ноябрҙә хатта скандинавса йөрөү буйынса инструктор ҙа булдым. Ҡалала беҙ өсәү, махсус уҡыуҙар үттек. Карантин арҡаһында әлегә бер ҙә осрашманыҡ, күнекмәләр уҙғарманыҡ. Яңы йылдан барыһының да ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә һәм күнекмәләргә тотоноуыбыҙға ышанабыҙ. Сөнки скандинавса йөрөү таяҡ һелтәп хәрәкәт итеү, тигәнде генә аңлатмай. Уның үҙ ҡағиҙәһе бар: тәнде алдан яҙмай тороп, скандинавса йөрөүҙе башларға ярамай, хәл бөткәнсе йөрөмәҫкә, тынды дөрөҫ алып хәрәкәт итеү ҙә төп талаптарҙың береһе. Таяҡты ла белеп һайларға кәрәк. Хәрәкәт тәбиғи, көсөргәнешһеҙ булырға тейеш. Был ваҡытта таяҡтар ергә һөйрәлмәй, ә әүҙем ҡатнаша, арттағы таяҡ осоноң ергә ҡырын барып ҡаҙалыуын тойорға тейешһегеҙ. Ҡул хәрәкәттәре тыныс, яурындан уҡ башлана. Кәүҙә саҡ ҡына алға эйелә, ауырлыҡты еңелсә алғы таяҡҡа һалырға. Аяҡты шыуҙырып атламаҫҡа, тәүҙә үксәгә, шунан бармаҡ остарына баҫырға. Рәхәтләнеп саф һауала йөрөгөҙ, шул ваҡытта һаулыҡ та ташламаҫ үҙегеҙҙе, кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр, -ти сәләмәт тормош рәүешен алып барыусы Лилиә Кантюкова.
Ул хатта Ҡарһылыу костюмында килгән ярышҡа.
- Иртән тороп толомдар яһаным, костюмды биҙәнем. Байрам бит, ниңә байрамса кейенмәҫкә ти? Үҙемә лә, тирә-йүндәгелдәргә лә яҡшы кәйеф бүләк итәм, - ти ул.
Автор фотолары.
Читайте нас: