Структур бүлексәләргә Өфө дәүләт нефть техник университеты, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Көнсығыш дәүләт юл бәйләнеше университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы, Ҡанаш транспорт- энергетика техникумын тамамлаусылар эшкә алынған. Предприятиела йәш белгестәр үҙенең хеҙмәт юлын, башлыса, эшсе һөнәрҙәрҙән башлай, был уларға артабанғы эше өсөн тәжрибә өсөн кәрәк. Коллективҡа ҡабул ителгән йәштәр нефть продукттарын ҡыуҙырыу станцияларында оператор, тауар, линия операторҙары, автоматика саралары һәм технологик ҡоролмалар приборҙары электромонтерҙары, химик анализ лобаранты һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса башлаған.
«Транснефть – Урал» йәмғиәтендә йәштәрҙең адаптацияһына булышлыҡ итеүҙең һөҙөмтәле мехинизмы ғәмәлдә: стажировка осоронда йәш белгескә остаз тәғәйенләнә, стражировка үтеүҙең планы төҙөлә. Былар хеҙмәт нескәлектәренә тиҙерәк төшөнөргә, корпоратив мәҙәниәтенә өйрәнергә, һөнәри яҡтан үҫешергә ярҙам итә.
Бөгөнгө көндә «Транснефть – Урал» йәмғиәтендә 215 йәш белгес эшләй. Уларҙың күбеһе, 148 кеше, ӨДНТУ-ны тамамлаусылар.
Бынан тыш, предприятиела буласаҡ йәш белгестәр менән дә эш алып барыла - 2020 йылда «Транснефть – Урал» йәмғиәтендә юғары уҡыу йорттарынан йөҙҙән ашыу студенты практика үткән. Шулай, диплом алды практикаһын уҙған студенттар производство объекттарын файҙаланыу эштәрендә ҡатнашты, төп технологик процестар һәм ҡоролмалар менән танышты, документтар менән эшләне, производство объекттарныда планлы эштәр уҙғарыуҙы күҙәтте, шулай уҡ үҙҙәренең дипломлы проекттары өсөн материалдар йыйҙы.
Практика үтеү ваҡытында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса барлыҡ талаптар үтәлде, шәхси һаҡланыу саралары ҡулланылды, социаль дистанция тәьмин ителде.