Магистраль торба үткәргестәрҙең һыу ҡаршылыҡтары менән киҫешкән урындарҙы баһалау буйынса эштәр сиктәрендә йылға һәм бәләкәй һыу ағымы аша 196 км оҙонлоҡтағы 296 үткәүеленә тикшереү уҙғарылған. Линиялы часта 11 таҙартыу һәм диагностикалау сараларын ебәреү-ҡабул итеү камераһы, резервуар парктарҙа дөйөм һыйҙырышлығы 345 куб метр булған нефть һәм нефть продукттарын һаҡлау өсөн 31 резервуар тикшерелгән.
Производство ҡеүәтен диагностикалау - нефть һәм нефть продукттары торба үткәргестәре системаһының ышаныслылығын күтәреүҙең мөһим шарты, «Транснефть» акционерҙар йәмғиәте производство объекттарының сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең мөһим факторы. Үткәрелгән диагностика һөҙөмтәләре буйынса ремонт эштәрен башҡарыу планы төҙөлгән.