Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 08:00

Дөрөҫ һәм модалы үтилләштер

Өфөнөң һәм илдең 29 ҡалаһының уҡыусылары Likee социаль селтәрендәге “Дөрөҫ һәм модалы үтилләштер” челленджында ҡатнашты.

Өфөнөң һәм илдең 29 ҡалаһының уҡыусылары Likee социаль селтәрендәге “Дөрөҫ һәм модалы үтилләштер” челленджында ҡатнашты.
Сара 7 - 23 декабрҙә “Экология” милли проектының “I һәм II класлы ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһы” федераль һәм “Экохәстәрлек” масштаблы проекттары сиктәрендә үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар һәм билдәле блогерҙар бер тапҡыр ҡулланыла торғаны урынына күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин булған батарейкаларҙы һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү хаҡында 2983 видео төшөргән. Ошо роликтарҙы туғыҙ миллион кеше ҡараған һәм туғыҙ тоннанан ашыу батарейка үтилләштерелгән.
– Республикабыҙ тотош төбәктә тормошҡа ашырылған “Йәшел Башҡортостан” экологик проекты сиктәрендә бер нисә йыл инде Рәсәй кимәлендә ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Көндәлек тормошта файҙаланылған батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды ҡалдыҡтарҙың һәр төрө менән эш итеүгә өйрәтергә кәрәк. Шуға балалар экологик мәҙәниәтте һәм экологик грамоталылыҡты күтәреүгә йүнәлтелгән проектҡа йәлеп ителгән. Шулай иткәндә улар батарейкаларҙы йыйыу һөҙөмтәһендә хәүефле ҡалдыҡтарҙы үтилләштереүгә өлөш индергәнен белә, - ти республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина.
Файҙаланылған батарейкаларҙы йыйыу балаларҙа экологик мәҙәниәт формалаштырыу, көндәлек тормошта ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү маҡсатында атҡарылған. Был “Экология” милли проекты бурыстарына тап килә.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.
Читайте нас: