Ошо турала фермер һөйләй.Стәрлебаш районынан фермер Алмас Рәхимҡоловта аттарға ҡарата һөйөү уның ата-әсәһенән килә. Ул мәктәптә уҡыған сағында уҡ ағаһы менән ата-әсәһенә нисек ярҙам итеүен, 20-30 баш атты тәрбиәләүен һәм көтөү көтөүен яҡшы хәтерләй.Үҙ эшен асыу тураһында ул ғаилә ҡорғас уйлана башлай. “Агростартап” конкурсында ҡатнаша һәм байтаҡ аҡса ота. Өс миллион һумға һәм үҙенең йыйған аҡсаһына Алмас 29 бейә, бер тоҡом айғыры, мал аҙығы әҙерләү өсөн пресс-йыйғыс һатып ала. Әле фермер бейә һөтөнән ҡымыҙ етештерергә ниәтләй. Бының өсөн ҡымыҙ цехы төҙөргә теләй, дәүләт ярҙамы мөмкинлектәрен өйрәнә.