Бөгөн ҡалала "Туған телдә Яңы йыл теләктәре көнө" уҙа. Уға ярашлы, туған телдә ҡотлауҙар яңғырай, социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшы туған телдә ҡотлауға флешмоб уҙғарыла. 55-се балалар баҡсаһы ла был саранан ситтә ҡалмаған. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ике йыл элек башҡорт төркөмө асыла. Бөгөн был төркөмдә 19 бала туған телендә белем һәм тәрбиә ала.
- Бөгөн балалар менән "Туған телдә Яңы йыл теләктәре көнө"нә ҡушылдыҡ. Кескәйҙәр Ҡыш бабайға башҡорт телендә йыр йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, төрлө уйындар уйнап, бейеп күңел астылар. Етеп килгән йыл хужаһы - Үгеҙҙең байрамға килеүе тантанаға тағы ла йәм өҫтәне. Балаларҙың башҡорт телендәге сығыштары Ҡыш бабайҙың күңеленә хуш килде. Ул кескәйҙәрҙең үҙ телендә матур һөйләшә белеүҙәренә ҡыуанды. Ҡыш бабай ролен башҡарыусы Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғоловҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. - ти башҡорт төркөмө етәксеһе Әлфиә Әбүбәкерова.