газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 10:00

Мәктәптәргә - яңы автобустар

Баш ҡала мәктәптәре яңы автобустар алды.

Баш ҡала мәктәптәре яңы автобустар алды.
24 декабрҙә Өфөлә "Торатау" Конгресс-холы майҙанында яңы мәктәп автобустарынан асҡыстар тапшырыу тантанаһы булды. Өфөнән дүрт белем биреү ойошмаһы - 105-нсе гимназия, 147-нсе һәм 132-нсе мәктәптәр, Муса Гәрәйев исемендәге Өфө мәктәп-интернаты - асҡыс алыусылар иҫәбендә.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, мәғариф ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Автобустар "Мәғариф" милли проектын һәм транспорт сараларын яңыртыу буйынса дәүләт программаһын бойомға ашырыу сиктәрендәге федераль ярҙам менән алынған. Һәр автобус хәүефһеҙлек ҡайыштары, тиҙлекте сикләү яйланмаһы, тауыш көсәйткестәр, артҡа хәрәкәт иткәндә сигналды автоматик рәүештә биреү яйланмаһы менән йыһазландырылған. Айбулат Хажин билдәләп үтеүенсә, был мәғариф ойошмаларына Яңы йыл алдынан ҙур бүләк булды. - Белем биреү ойошмалары үҙҙәренең мәктәп автопаркын тулыһынча тиерлек яңырта. Беҙҙә иҫкергән һәм ҡулланыу ваҡыты уҙып барған барлыҡ автобустар ҙа алыштырыласаҡ, - тине ул.
#Миллипроекттар
Фото: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән алынды.
Читайте нас: