Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 22:08

Юлдарҙа иғтибарлы булырға

Бөгөн һауа торошо ҡапыл үҙгәрҙе. Тәүҙә көслө ел сыҡты, бер аҙҙан буранлай ҙа башланы.

Бөгөн һауа торошо ҡапыл үҙгәрҙе. Тәүҙә көслө ел сыҡты, бер аҙҙан буранлай ҙа башланы. Кискә табан ул бигерәк көсәйҙе.
Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Баш ҡалала бөгөн ғәҙәти көндәргә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк механик юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ошоға бәйле, ЮХХДИ водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра. Ауыр хәлгә юлыҡҡан юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләренә тәүлек әйләнәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышыр, кәрәк булһа техник хеҙмәтте йәки эвакуаторҙы ла саҡырта. Өфө буйынса дежур бүлек телефондары: 8 347 237-02-02, Башҡортостан Республикаһы буйынса : 8 347 235-84-02.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Читайте нас: