“Транснефть” йәмғиәте Кутәрем ауылындағы сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары алырға ярҙам итте. Күтәрем дөйөм белем биреү мәктәбе нигеҙендә асылған уҡыу йорто өсөн пианино, баян һәм ике гитара алынған.
Яңы музыка ҡоралдары уҡытыусылар һәм балалар алдында яңы офоҡтар аса. Атап әйткәндә, яңы пианиноның барлыҡҡа килеүе сольфеджио буйынса дәрестәр үткәрә башлауға ғына түгел, фортепиано буйынса занятиелар өсөн дә әҙерлек төркөмөн йыйырға мөмкинлек бирә. Әҙерлек төркөмө үҙ эшен 2021 йылдың ғинуарында уҡ башлаясаҡ. Мукзыка ҡоралдарын һайлағанда уҡыу йортоноң үҙенсәлеге лә иҫәпкә алынған. Яңы баян йәш музыканттар өсөн махсус булдырылған: мөмкинлектәре буйынса ул өлкән башҡарыусыларҙың ҡоралдарынан ҡалышмай, әммә унда хатта беренсе класс уҡыусылары ла уйнарға өйрәнә ала. Шунда уҡ уҡыусылар һаны ла артҡан.
Был сәнғәт мәктәбенә “Транснефть” йәмғиәте тәүгә ярҙам итмәй. “Транснефть” компанияһының мәктәптәге белем биреүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән корпоратив программа сиктәрендә бында теүәл фәндәр - физика, химия, математика һәм информатика фәндәре кластары яңы лаборатор ҡорамалдар менән йыһазландырылған.