газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 19:39

Ял итәбеҙ бергәләп!

Яңы йыл байрамдарында республика халҡын ниндәй байрамдар көтә?

Яңы йыл байрамдарында республика халҡын ниндәй байрамдар көтә? Башҡортостанда Яңы йыл байрамы алдынан һәм оҙайлы ҡышҡы каникулдар осоронда бик күп саралар планлаштырылған. Уларҙа онлайн һәм офлайн да ҡатнашырға мөмкин. Ҡала-райондарҙа үтәсәк Яңы йыл тамашаларынан тыш, спорт һәм мәҙәни саралар, конкурс-фестивалдәр үтәсәк. Унд һәр кем ҡатнаша, күңеленә ятҡан ял төрө һайлай һәм ваҡытты ғаилә менән бергәләп файҙалы һәм күңелле уҙғара ала.
ҒАИЛӘ САРАЛАРЫ
19 декабрҙән Торатау янында башҡорт Ҡыш бабайы резиденцияһы эшләй башланы.
2 ғинуарҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған саралар үтә. Уҡыусылары өсөн район һәм ҡалаларҙа офлайн форматта ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләү һәм урынлаштырыу акцияһы ойоштороласаҡ. Артабан ҡоштарҙы белеү буйынса онлайн-викторина уҙасаҡ.
31 декабрҙә Өфөлә Ҡала Советы алдындағы Ленин майҙанында 22.30 сәғәттән традицион Яңы йыл концерты башлана. Ошо уҡ урында 1 ғинуарҙа төнгө сәғәт икелә фейерверк атасаҡтар. 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем баш ҡалала үтәсәк барлыҡ саралар тураһында мәғлүмәтте https://ufacity.info/2021/ ошо һылтанма буйынса табырға була.
3 ғинуарҙан 14 ғинуарға тиклем республикала “Яңы йыл ғаилә уйындары-2021” үтәсәк. Был уйындар ике блокка бүленә: спорт һәм интеллектуаль-танып белеү.
Беренсе блок – 3 ғинуарҙан 6 ғинуарға тиклем үтә, хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн улар тышта ойоштороласаҡ. Саңғыла йүгереү, ваҡытҡа санала шыуыу, быймала хоккей уйнау кеүек уйындар буласаҡ.
12 – 14 ғинуарҙа Яңы йыл ғаилә уйындарының икенсе блогы үтәсәк. Унда виртуаль һәм өҫтәлгән реаллек буйынса республика онлайн-хакатоны, #ИграемДома онлайн-тәртибендә интеллектуаль өҫтәл уйындары, уҡыусылар өсөн халыҡтар мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү буйынса лекторий, “ПДД ритмында” челлендж-марафон, “Интеллекттар алышы” республика конкурсы, “Һөнәри мөхит” фестивале планлаштырылған.
10 ғинуарҙа “Милли аш-һыу көнө” кулинар флешмобы үтәсәк. Был акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә #БлюдоНовогоднегоСтола хештегы аҫтында яратҡан милли аш-һыу рецебын һалырға кәрәк. Был флешмоб - алдан планлаштырылған, күп кеше ҡатнашҡан акция, унда республиканың шеф-ашнаҡсылары Яңы йыл табыны өсөн үҙҙәренең яратҡан блюдоһын әҙерләйәсәк.
2-10 ғинуарҙа Милли музейҙа “Ура, каникулдар!” акцияһы үтәсәк.
11 ғинуарҙа Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала “Бөтә ғаилә менән китап кәштәһе янында” китап күргәҙмәһе үткәреү планлаштырыла. https://mintrud.bashkortostan.ru/upload/uf/075/SEMEYNYY-KALENDAR-2021-god.pdf һылтанма аша үтеп, “Ғаилә ваҡиғалары календаре” аша анығыраҡ мәғлүмәт табып буласаҡ.
МӘҘӘНИӘТ
1 – 4 ғинуарҙа Өфөлә баш ҡала өсөн йолаға әйләнгән “TERRA ZIMA” Яңы йыл фестивале үтәсәк. Ул илдең иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларының береһе булмаҡсы.
1 ғинуар – “Карнавал костюмдары конкурсы”. Уйындар, музыка, бейеүҙәр һәм ысын Яңы йыл карнавалы. Башлана 17.00 сәғәттә. Үткәреү урыны - “Ватан” паркы. Конкурста үҙенсәлекле карнавал костюмдарында килгән һәм фестиваль сайтында теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала.
2 ғинуарҙа Ҡышҡы һабантуй асыла. Ул 12.00 сәғәттә “Ватан” паркында башлана. Өфө кешеләре һәм ҡунаҡтары үҙенсәлекле ҡышҡы уйындарҙа ҡатнаша ала - саңғы-уҡ биатлоны, аттарҙа йөрөү, тоҡтар менән һуғышыу буласаҡ. Башҡортостанда беренсе тапҡыр Самауырҙар конкурсы үтәсәк. Самауырлы кешеләр уны күрһәтә, сәй ҡайната һәм презентацияла ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә ала. Ҡатнашыу өсөн шулай уҡ порталда теркәлеү кәрәк. Иң яҡшы самауырсы, приз булараҡ, 50 мең һум аҡса аласаҡ.
3 ғинуар – Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар парады, ул 14.00 сәғәттә башлана. Йыйылыу урыны “Торатау” конгресс-холы. Зәки Вәлиди урамы аша үтәсәктәр. Матур һәм сағыу сараға Рәсәй шоу-бизнесы йондоҙо Анна Семенович етәкселек итәсәк. Парадта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Мотлаҡ шарт – Ҡарһылыу костюмында булыу һәм порталда теркәлеү. Ҡыш һылыуҡайҙарын Ҡыш бабайҙар оркестры оҙатып барасаҡ. Жюри фекере буйынса иң күп тауыш йыйған Ҡарһылыу төп призды – 100 мең һум аҡса аласаҡ.
4 ғинуар – ат-сана экипаждары парады. Сара 14.00 сәғәттә Ағиҙел йылғаһы ярында башлана. Парад “Ватан” паркы янынан төшөп китәсәк. Парад сиктәрендә иң үҙенсәлекле биҙәлгән аттар һәм экипажға конкурс буласаҡ. Ҡунаҡтар аттарҙа йөрөй аласаҡ, музыка уйнап торасаҡ, баянға ҡушылып йырлау, яҡшы кәйеф көтә. https://kulturarb.ru/ru/kalendar-meropriyatij-2021 ошо һылтанмала район һәм ҡалаларҙа үтәсәк мәҙәни саралар календары баҫылған.
СПОРТ
27 декабрҙә Өфөлә Эльбрус Ниғмәтуллиндың “Урал батыр” көс экстримы буйынса асыҡ республика турниры үтәсәк. Ул республиканың Р. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола. Ярыштар 12.00 сәғәттә башлана. Сара тамашасыларһыҙ үтәсәк, турнирҙан онлайн трансляция буласаҡ.
Ошо уҡ көндә һәр район һәм ҡалала “Батырҙар көнө”н үткәреү планлаштырыла. Унда ҡатнашыусыларҙы ҡар һуғыштары, команда уйындары, “Тау батшаһы” һәм башҡа күңел асыу саралары көтә.
1 ғинуарҙа 12.00 сәғәттә бөтә район-ҡалаларҙа “Вәғәҙәләр йүгереүе” үтәсәк. Өфөлә Каруанһарай һәм “Ҡашҡаҙан” паркы тирәләй йүгереү ҡаралған. Кешеләр битлектәрҙә, төркөмләп буласаҡ. Ҡатнашыу бушлай, медицина справкалары кәрәк түгел. Унда уңайлы темпта йүгерергә йәки скандинав йөрөшө менән үтергә була. Ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә, электрон почтаға килгән номерҙы баҫтырып сығарырға һәм унда үҙеңдең 2021 йылға пландарығыҙҙы яҙырға кәрәк. Ошо уҡ көндә “Башҡорт (скандинав) йөрөшө көнө" буласаҡ.
3 ғинуар – ҡышҡы уйындар көнө: хоккей, ҡышҡы футбол, саңғы ярыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу, “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” ғаилә старттары үтәсәк.
13 ғинуарҙа - онлайн форматта республиканың “Чемпиондар чемпионаты” шахматтар буйынса асыҡ турниры.
ЙӘРМИНКӘЛӘР
17 декабрҙән Өфөлә шыршы баҙарҙары эшләй башланы. Быйыл ылыҫлы ағастарҙы һатыу баш ҡаланың 79 майҙансығында ойошторолған. Шыршыны 31 ғинуарға тиклем һатып алырға була.
23-26 декабрҙә “ВДНХ-Экспо”ла Яңы йыл алды йәрминкәләре үтәсәк. Уларҙа республиканың иң яҡшы ауыл хужалығы кооперативтары ит, сыр, һөт тауарҙары, колбаса, икмәк, кондитер изделиялары тәҡдим итәсәк.
Бар сараларҙа ла ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләйәсәк, коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн барлыҡ хәүефһеҙлек саралары үтәләсәк.
Иҫеегеҙгә төшөрәбеҙ, 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10 ғинуар ял көндәре булып тора.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Читайте нас