газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 10:00

Уникаль операция яһалды

Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы хирургтары уникаль операция яһаны – артерияға аневризма кимәлендә махсус конструкциялы стент ҡуйҙы.

Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы хирургтары уникаль операция яһаны – артерияға аневризма кимәлендә махсус конструкциялы стент ҡуйҙы.
- Баш мейеһенең аневризма сире, йәғни ҡан тамыры йоҡарыу йәки ныҡлы һуҙылыу һөҙөмтәһендә көбөнөң бүлтәйеп сығыуы – кешенең үлеменә килтергән патологияларҙың береһе. Уны диагностикалау ҙа ҡыйын, сөнки был сир йыш ҡына билдәһеҙ үтә. Үҙе хаҡында ул киҫкенләшкәс – аневризма өҙөлөп, башҡа ҡан һауғас ҡына белгертә. Был этапта кешене ҡотҡарыу бик ҡыйынға төшә, - тине дауахананың бүлек мөдире Лев Чудновец.
Аневризмдар бәләкәй, уртаса һәм ҙур булалар.
Табиптарға үҙенсәлекле операцияны яһарға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә алынған яңы ангиограф ярҙам иткән. Операция уңышлы үткән, пациенттың хәле яҡшы, реабилитациянан һуң ул ғәҙәти йәшәү рәүешенә әйләнеп ҡайтасаҡ.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: