Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 10:00

Ҡоштарға ярҙам итеү өсөн

Яңы йыл каникулы осоронда, 2 ғинуарҙа,Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Фән һәм мәғариф министрлығы, Республика балалар экология-биология станцияһы ярҙамы менән “Ҡанатлы калейдоскоп” конкурсы ойошторола.

Яңы йыл каникулы осоронда, 2 ғинуарҙа,Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Фән һәм мәғариф министрлығы, Республика балалар экология-биология станцияһы ярҙамы менән “Ҡанатлы калейдоскоп” конкурсы ойошторола.
Ул ике өлөштән торасаҡ. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем иһә теләге булған һәр кем “Оҫта орнитолог” онлайн-викторинаһында ҡатнашып, орнитология буйынса белемен баһалай ала.
- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса саралар экология өлкәһендәге яңы йүнәлештәре үҫтереүгә булышлыҡ итә, мәҙәниәтте үҫтерә. Беҙ тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, сөнки киләсәк быуындың тормошо шуға бәйле, - ти республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” төбәк проектына булышлыҡ итеү сиктәрендә уҙғарыла. Һәр номинацияла еңеүселәр, призерҙар билдәләнә. Уларға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.
Читайте нас: