газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 10:00

Һөнәри оҫталыҡты даими үҫтерергә кәрәк

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү" милли проектында ҡатнашыусы биш предприятиеның 45 хеҙмәткәре белемен камиллаштырҙы.

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү" милли проектында ҡатнашыусы биш предприятиеның 45 хеҙмәткәре белемен камиллаштырҙы. Был турала Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
"Методикаларға ғәмәли уҡытыу милли проектты бойомға ашырғанда иң мөһиме булып тора. Курстарҙа ҡатнашыусылар конкрет зона өсөн яуаплы билдәле эш урыны етәксеһенең аҡса ағымына нисек йоғонто яһауын күрә. Эшмәкәрлегенең ниндәй һөҙөмтәләре уның артыуына йүнәлтелгән, ә ҡайһыларының, киреһенсә, ҡыҫҡартылыу хәүефенә килтерә", - тип өҫтәне Айрат Фәхретдинов.
Белешмә:
Әлеге ваҡытта республиканың 101 предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» милли проектында ҡатнаша.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан алынды.
Читайте нас: