Магистраль торба үткәргестәрҙең линия өлөшөндә эштәр барышында ялан шарттарында иретеп йәбештерелгән ҡушылмаларҙың боҙолмауына, шулай уҡ яңы торба ҡушылмаларын төҙөгәндә радиографик контроль уҙғарыу - яңы лабораториялар ошо бурыстарҙы үтәй. Уларҙы булдырғанда юғары үтеү шассиһы (КамАЗ-43118) ҡулланылған. Был мобиль лабораторияларға «Транснефть – Урал» йәмғиәте Башҡортсотан һәм башҡа төбәктәрҙә хеҙмәтләндергән магистраль торба үткәргестәренең һәр төрлө участкаларында эштәр уҙғарыуҙы тәьмин итә.
Лабораториялар радиографик, ультратауыш һәм визуаль үлсәү контроле өсөн кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар һәм инструменттар менән йыһазландырылған. Мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә эшкәртеү өсөн ноутбуктар һәм күп функциялы ҡорамалдар, элемтә менән тәьмин итеү өсөн радиостанция бар. Борт аппаратураһын 10 кВт ҡеүәтле элект генераторҙары электр менән тәьмин итә.
Барлығы Аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралыҡта 9 мобиль контроль лабораторияһы бар: 6-һы Өфө, 3-һе Силәбе дефектоскопик лаборатория участкаһында.
Мобиль лабораторияларҙы файҙаланыу географик һәм климат факторҙарына ҡарамай, эшләүсе һәм төҙөлөүсе торба үткәргес инфраструктураһын ваҡытында хеҙмәтләндереүгә мөмкинлек бирәсәк. Был сара дөйөм алғанда производство объекттарын файҙаланыуҙың юғары хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.